Санкт-Петербургтағы Александринский театр командаһы Рәсәйҙең милли театрҙары ассоциацияһы һәм илдең төп вуздары менән берлектә «Милли театр мәктәбе»н булдыра. Уның сиктәрендә октябрҙән алып оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, театрҙар араһында бәйләнеш булдырыла. Быға тиклем сара Махачкала, Ҡаҙан, Улан-Удэ ҡалаларында үтә.
Өфөлә уҙғарылған өс көнлөк интенсив төбәктең мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе 35 хеҙмәткәрҙе берләштергән. Улар алты командаға бүленеп милли театр үҫешенә бәйле проекттар уйлап таба, үҙ идеяларын яҡлай. Ҡатнашыусыларға Александринский театры директоры Сергей Емельянов менән дә аралашыу мөмкинлеге тейҙе.



