Башҡортостанда туризм үҫеше өсөн 5 биләмә һайлап алынды

Республика Хөкүмәтендә эшлекле төркөм ултырышы уҙҙы. Унда “Туризм өсөн ер” федераль проекты үтәлеше ҡаралды. Өс биләмә Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы янында, ике участка Ғафури районында Красноусол минераль сығанаҡтары эргәһендә урынлашҡан. Һәр кем йәмәғәт кадастр картаһына инеп биләмәләрҙә туристик проекттарын тормошҡа ашырыуға заявка ҡалдыра ала.

Фото №1 - Башҡортостанда туризм үҫеше өсөн 5 биләмә һайлап алынды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ