Төбәк аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеүгә әҙерләй башланы

Был турала ауыл хужалығы министры Ҡырмыҫҡалы районында үткән күсмә семинарҙа белдерҙе. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Башҡортостанда ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиелары ассоциацияһы булдырылған, ауыл хужалығы техникаһына запас частарҙы импортҡа алыштырыу буйынса эш яйға һалынған, агрегаттарҙы ремонтлау ойошторолған.

Бынан тыш, Беларусь партнерҙары менән берлектә резина гусеницалы трактор йыйыу буйынса эш алып барыла, был техника яҙғы баҫыу эштәрен бер аҙнаға алдараҡ башлау мөмкинлеге бирәсәк. Техника өҙлөгөүенә юл ҡуймаҫ өсөн масхуслаштырылған күсмә бригадалар ойоштороу ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ