Операция 31 декабргә тиклем дауам итә. Урман инспекторҙары полиция менән берлектә ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын асыҡлай, шулай уҡ шыршы баҙарында рейдтар уҙа. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 3-4 мең һум штраф һалына. Урманға ҙур зыян килтергән өсөн иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.



