«Айыҡ ауыл 2021» конкурсында еңгән Шаран районы Йәрәмкә ауылында яңы йәмәғәт биләмәләре асылды.
Абруйлы конкурста еңеүҙе Йәрәмкә ауылы халҡы уртаҡ тырышлыҡ менән яулаған. Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә биләмәлә төрлө мәҙәни- спорт саралары ойошторолған, уларҙың һәр ҡайһыһында ауылдаштар сәләмәт тормош яҡлы булыуын иҫбатлап сығыш яһаған.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса тапшырылған 3 миллион һум аҡса балалар майҙансығы төҙөүгә, ауылдың Дуҫлыҡ һәм Закир Һаҙый урамдарында юлдарҙы ремонтлауға, яңы арт-объектар һәм өҫтәмә ял урындары булдырыуға - тулыһынса ауыл халҡына уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы тотош ауыл халҡы өсөн оло ваҡиғаға әүерелде. Малай-ҡыҙҙар балалар майҙансығының мөмкинлектәрен һынап ҡараһа, өлкәндәр йәшәгән ерҙәренең көндән-көн күркәмләнеүенә шатланыуын белдерҙе. Әле төбәктә «Айыҡ ауыл-2022» конкурсының муниципаль этабы ла әүҙем үтә.






