Кәңәшмәлә Рәсәйҙең өс төбәгенән килгән килгән профсоюз лидерҙары, медицина даирәһе идарасылары ҡатнашты. Конференцияла сығыш яһаған спикерҙар табибтарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусы пациенттар менән эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын күтәреү мәсьләһенә туҡталды. Профсоюз лидерҙары медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын әлеге окладтан 55-60 процентҡа күтәреү тәҡдиме менән сығыш яһай.



