Өфөлә «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында еңеүселәр билдәләнде

Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған конкурсанттарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Мәктәп ашханаларының эшен яҡшыртыу, белем усағында әҙерләнгән ризыҡтарҙың сифатын арттырыу өсөн ойошторолған бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа һынау тотто.

Краснодар крайы, Ленинград, Сахалин өлкәләре, Мордовия, Чечен, Коми республикалары, Севастополь, Калининград ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар Өфө ашханаларында ике көн дауамында көс һынашып аш-һыу оҫталығын күрһәтте.

Башҡортостанда мәктәп ашханаларын яҡшыртыу йүәнлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡлана, ашханала берҙәм һауыт-һаба, сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре индерелгән. Ашнаҡсылар конкурсында Өфөнөң 86-сы мәктәбендә эшләүсе Татьяна Екимова 1-се урын яуланы. Ике тиҫтә йыл малай-ҡыҙҙарҙы тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырыусы ашнаҡсы бер нисә төрлө меню әҙерләп жюри ағзаларының иң юғары баһаһына лайыҡ булды. Конкурстың суперфиналы 24 ноябрҙә Мәскәүҙә үтә.

Конкурсҡа бик тулҡынланып, етди әҙерләндек.Тиҫтәләгән команда араһында еңеү яулау беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Артабан да балаларҙы тәмле һәм файҙалы ризыҡтар менән ҡыуандырырға тырышасаҡмын.

Татьяна Екимова, «Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы» номинацияһында еңеүсе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ