Иртәгә, 23 ноябрҙә федераль телеканал «Төбәк көнө» проекты сиктәрендә Башҡортостан менән таныштыра. ОТР каналы Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 2-лә республика иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бәйән итәсәк. Шулай уҡ айырым ролик һәм документаль фильмдар, интервью һәм яңылыҡтарҙың эфирға сығыуы көтөлә. Һәр тапшырыу сурдотәржемә менән оҙатыла барасаҡ.



