Һалдаттар хөрмәтенә. Баймаҡ ҡалаһында милли көрәш буйынса турнир үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр хөрмәтенә үткәрелгән ярыштың бағыусыһы булып Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы һәм «Миңлебаев» крәҫтиән- фермер хужалығы сығыш яһаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Корр. Өфө ҡалаһынан, Көйөргәҙе, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан,Силәбе өлкәһенән 100-ҙән ашыу спортсы һауа торошона ҡарамай яратҡан спорт төрө буйынса турнирға йыйылды. Ауырлыҡтарына ҡарап, көрәшселәр 18 категорияға бүленде. Араларында тәүге тапҡыр келәмгә сығыусылар ҙа һәм республика, Рәсәй буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплағандары ла бар ине.
Юлыҡ ауылында көрәш секцияһын 20 йылдан ашыу тренер Илфат Миңлебаев етәкләй. Бөгөн унда 20-гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә.Тренер үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән бик ҡәнәғәт, спортсылары һәр ярыштан бик яҡшы күрһәткестәр менән ҡайта.
Был турнирҙың Баймаҡ ерлегендә үтеүе осраҡлы түгел.Сөнки районда милли көрәшкә ҙур ихтибар бүленә.Мәктәптәрҙә федераль программа сиктәрендә бар талаптарға яуап биргән спорт залдары булдырыла, ауыл тренерҙары ҡайта.Украинала барған хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә үткәрелгән турнирҙың абсолют чемпионы булған 2-се Этҡол ауылынан Ғәфүр Сәфәрғәлинға төп бүләк - ҡолон тапшырылды,ә икенсе, өсөнсө урындар яулаусылар аҡсалата призға лайыҡ булды.



