Төҙөлөштә һанлы үҫеш. Өфөлә тармаҡта ай ти технологияларҙы үҙләштереү буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Фекер алышыу барышында мәғлүмәт дәүерендә заманса эш алымдарының көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Форумды уҙғарыу урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған.
Республика хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостанда төҙөлөш тармағы һәм девелопмент өлкәһендә һанлы технологиялар киң ҡулланыла. Республикала илдә тәүгеләрҙән булып ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә дәүләт мәғлүмәт системаһының һанлы платформаһы булдырылған.



