Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр

Хәйбулла районының Подольск ауылында йәшәүсе Салауат Мәһәҙиев бала саҡтан ағас эшен үҙ итә. Алтын ҡуллы оҫта ҡош һындарын, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Атанан күргән - уҡ юнған тигәндәй, бала саҡтан Салауат Мәһәҙиевта ағас эшенә һөйөү уяна. Уның атаһын Баймаҡ районында билдәле балта оҫтаһы кеүек беләләр. Шул мөхиттә үҫкән Салауат ағай ҙа тирә-яҡта йәшәүселәрҙе зауыҡлы итеп эшләнгән йорт йыһаздары менән ҡыуандыра.

Тормош иптәше Фәнирә апай менән 40 йылдан ашыу татыу ғүмер итеп, 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балта оҫтаһының 30 йылға яҡын ғүмере руль артында үтә. Донъя мәшәҡәттәре, ғаиләне тәьмин итеү мәсьәләһе уға тормошон тулыһынса яратҡан эшенә бағышларға форсат бирмәй.

Яратҡан эшенән ҡәнәғәтлек табып, оҫта ҡуллы аш-һыу бүлмәһе өсөн таҡта, ултырғыстар, балаларға сана-бәүелсәктәр, ел тирмәндәре эшләү менән шөғөлләнә. Бигерәк тә инә ҡауҙы менән ҡошсоҡ һынын һораусылар һаны арта ғына бара. Хәҙер инде 30-ҙан ашыу ҡауҙы эшләнде, тип һөйөнә балта оҫтаһы.

«Алтын ҡуллы» Салауат Мәһәҙиев үҙ шөғөлөнән ҡыуаныс табып, хәҙер инде уның эштәре Подольск ауылы халҡын ғына түгел, башҡа район-ҡалаларҙа йәшәүсе кешеләрҙе лә ҡыуандыра.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ