Республикала айырым план ҡабул ителде. Унда 32 төр ярҙам сараһы инә. Уларҙың күбеһе 1 ноябрҙән көсөнә инде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына бушлай йөрөй ала. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар түләүһеҙ ашатыла. Йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн льгота ҡаралған. Ғаиләләргә психологик һәм юридик консультациялар бушлай күрһәтелә. Яугирҙәр транспорт һалымын, сүп-сар сығарыу өсөн түләмәй, газ үткәреүгә сертификат бирелә, кредит каникулы ҡаралған. Бынан тыш, яугирҙәр яҡындарына эш табыуҙа булышалар, оло йәштәге ата-әсәләренә ярҙам күрһәтелә.







