Экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан 20 ирекмәндең һөҙөмтәле эше баһаланды. Уларға Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар тапшырылды. «Берҡаҙан» экологик лагеры ирекмәндәре, «Таҙа уйындар»ҙа ҡатнашыусылар һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға экологик белем биреүселәрҙе тәбрикләү.
«Йәшел Башҡортостан»хәрәкәте тарафынан «Таҙа уйындар» 6 йыл рәттән ойошторолоп килә. Йыл барышында республиканың төрлө райондарында 25-ләгән уйын үткәрелгән. Конкурсанттар йылға-күл ярҙарын, урман һәм парк зоналарын сүп-сарҙан таҙарта. Уйында ҡатнашыусылар 3 тоннанан ашыу суп йыйып, рекорд ҡуйған. Үҙенсәлекле проектта Башҡортостандың 4 районы ҡатнаша. Ойоштороусылар фекеренсә, Иглин районы алдынғы урында. Сарала өс команданың экологик эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Командаларға дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.



