Иглин районында Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1509-сы километрында 68 йәшлек водитель идара иткән «Газель некст» менән руль артында 69 йәшлек водитель ултырған «Датсун он-До» автомобилдәре бәрелешкән.
Аварияла еңел автомобиль водителе зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан Иглин районында был трассаның 1490-сы һәм 1549-сы километрҙары арауығында 20 авария теркәлгән, уларҙа 15 кеше һәләк булған, 21-е йәрәхәтләнгән.



