Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына бушлай йөрөй ала

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. Республикала айырым план ҡабул ителде. Унда 32 төр ярҙам сараһы инә. Уларҙың күбеһе 1 ноябрҙән көсөнә инде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар балалары мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына бушлай йөрөй ала. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар бушлай ашатыла. Йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн льгота ҡаралған.

Ғаиләләргә психологик һәм юридик консультациялар бушлай күрһәтелә. Яугирҙар транспорт һалымын, сүп-сар сығарыу өсөн түләмәй, газ үткәреүгә сертификат бирелә, кредит каникулы ҡаралған. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына эш табырға ярҙам ителә, оло йәштәге ата-әсәләренә ярҙам күрһәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ