Унда Радий Хәбиров, район хакимиәте, комиссариат вәкилдәре, хәрбиҙәрҙең туғандары ҡатнашты. Республика Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренең ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Юлай Шәрәфетдинов Кинйәбулат ауылынан, уға 33 йәш ине. Артур Зәйнетдинов Ишембай ҡалаһында тыуып үҫә, 26 йәшендә һәләк була.







