6 ғаилә “Ата-әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Уларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Бөгөн Башҡортостанда 50 мең ишле ғаилә бар. Ә һеҙ илебеҙгә лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән әсәләр ”, тине Радий Хәбиров.
Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында махсус-хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рәсәй геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Шакирова булды.
Әсәйҙәр көнө 27 ноябрҙә билдәләнә.







