Был турала Башҡортостан Хөкүмәте вице-пермьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Тормошҡа ашырылған проекттар малсылыҡ тармағына йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлау мөмкинлеге бирә, тине ул.
Күгәрсен районындағы "Тәүәкән" предприятиеһы республикала өлгөлө хужалыҡтарҙың береһе. “Һөт һәм ит етештереү, тоҡомсолоҡ һәм мал һимертеү буйынса бай тәжрибә тупланыҡ. Ауыл хужалығы тауарҙын һатып алыусыға еткереү эше яҡшы ойошторолған,”, - ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Марсель Талипов.




