Бөгөн Ишембай районы халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған Юлай Шәрәфетдинов менән Артур Зәйнетдиновты һуңғы юлға оҙатты. Яугирҙар менән хушлашыуға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, хәрби комиссариат, район хакимиәте етәкселеге, егеттәрҙең туғандары, яҡындары килде.
Алсаҡ, ихлас, яуаплы. Туғандары ла, дуҫтары ла Юлай Шәрәфетдиновты тик яҡшы яҡтан ғына һүрәтләй. Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән егет бәләкәй саҡтан ата-әсәһенең, кесе туғандарының ныҡлы таянысы, терәге була. Уҡыуҙа ла, спорт ярыштарында ла һынатмай, йорт-ҡура тирәһендә лә ярҙам итә. Тыуған яғының ысын патриоты була. Стәрлетамаҡ һөнәри лицейын тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ауылында төпләнә.
Юлай Шәрәфетдинов хәрби операцияға ла икеләнеүһеҙ юллана. Һеҙ ысын ир-егет тәрбиәләгәнһегеҙ, тыуған ил киләсәге өсөн башын һалған Герой хаҡында бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Яҡындары хаҡында хәстәрлек күреләсәк, тине Республика башлығы.
Алғы һыҙыҡта ғүмере өҙөлгән тағы ла бер яугир Артур Зәйнетдинов. Артур Марсель улы ла ата-әсәһенә хәстәрлекле ул, ҡатыны һәм балалары өсөн өлгөлө ғаилә башлығы була. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта. һөнәри белем ала, ғаилә ҡора, Ишембай электр селтәрҙәрендә эшләй. Туғандары, яҡындары әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт барыһын да ҡурсалап, янып йәшәй, ә эшендә яуаплы белгес була.
Республика башлығы әйтеүенсә, хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән Геройҙар онотолмаясаҡ. Ҡорал тотоп алғы һыҙыҡҡа баҫҡандар. һәләк булғандар алдында баш эйәбеҙ, беҙ һеҙҙең алда бурыслы, тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы Юлай Шәрәфетдинов менән Артур Зәйнетдиновтың ата-әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы һәм Ишембай районы етәкселегенә егеттәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова



