«Юлдаш» радиоһы йылға музыкаль йомғаҡ яһаны

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Юлдаш-хит» концерты уҙҙы. Сәхнәлә йыл дауамында музыкаль хит-парадтарҙа еңеү яулаған йырҙар яңғыраны. Саранан БЮТ  хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Аҙнаның эш көнө булыуына ҡарамаҫтан, «Юлдаш» радиоһының тоғро тыңлаусылары «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйылды. Тамаша алдынан аралашыу, фотоға төшөү - матур йолаға әйләнгән.

«Юлдаш» радиоһы тыңлаусылары яңы йырҙар менән йыл дауамында танышып барҙы. Финал концерты сәхнәһенә иң күп тауыш йыйған йырсылар күтәрелде. Башлыса дуэт йырҙар башҡарған Ләйлә Ғәлиева «Юлдаш-хит» сәхнәһендә тәүгә тапҡыр соло сығыш яһап, «Әсәй гөлө» композицияһын башҡарҙы.

Финал концерт «Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә» тигән исем аҫтында үтте. «Юлдаш-хит» сәхнәһендә Сибай филармонияһы йырсылары ла сығыш яһаны. Улар махсус хәрби операция урынына юлланған коллегаларына бағышлап яуап сәләмен йырға һалған.

Йылдағыса, йыр фестивалендә номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Быйыл арабыҙҙан киткән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхинға «Йыл композиторы» исеме бирелде. «Легенда» номинацияһында Зөлфирә Фәрхетдинова тәбрикләнһә, «Йыл шағиры» тип Гөлфиә Юнысова билдәләнде. Йылдың иң яҡшы аранжировка оҫтаһы тип Раян Абдуллин, «Автор-башҡарыусы» статуэткаһы Эдуард Хөснөтдиновҡа тапшырылды. Фестивалдең иң юғары баһаһы - «Юлдаш” радиоһының халыҡ артисы» исемен быйыл Иҙел Нурғәлин яуланы.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ