Күптән түгел Степной ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң Еңеү паркы сафҡа инде. Эш урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса башҡарылған. Аҡсаның бер өлөшө халыҡтан йыйылған, муниципаль берәмек һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Еңеү паркын яңыртыу башланғысын урындағы халыҡ дәррәү күтәреп алған. Районда Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ.
Бәләкәй генә Степной ауылынан 79 яугир фронтҡа китә. Уларҙың яртыһы яуҙа башын һала. Тарихты хөрмәтләү, Украина һәм Европала нацизм яңынан баш күтәргә осорҙа икеләтә әһәмиәтле тигән фекер белдерҙе урындағы халыҡ.



