«Отражение» тапшырыуы алып барыусыһы Константин Точолин менән әңгәмәһендә Радий Хәбиров республика йәшәйеше тураһында һөйләне. Социаль селтәрҙәр аша халыҡты борсоған мәсьәләрҙе хәл итергә ярҙам итеүсе «Инцидент менеджмент» системаһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Программа сиктәрендә власть һәм бизнес, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында ла һүҙ булды. Республика башлығы ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштар, быйылғы уңыш күләме, экспорт өлкәһендәге тәжрибәләргә лә туҡталды. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадының төп капиталына инвестицияла күләме лә арта. Интервью барышында Радий Хәбиров күрһәткестәргә лә туҡталды.



