Унда республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан илленән ашыу пар сығыш яһаны. Йәштәрҙе юғары әхлаҡлы шәхес булараҡ үҫтереүгә йүнәлтелгән театр-хореография балына БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина тамаша ҡылды.
Ҡыҙҙар ҡупшы күлдәктәрҙә, егеттәр фракта. Алтынсыға уҙғарылған «Вуз-ара студенттар балы»нда илле пар тарихи бейеүҙәр - полонез, гавот, вальс, романескала әйләнде. Йәштәр күләмле сараға ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләнгән, репетицияларҙа тәжрибәле хореографтар менән шөғөлләнгән.
Колонна залында классик музыка уйнаны, тарихи атмосфера хакимлыҡ итте.
«Студенттар балы»нда юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла вальс-мазуркала әйләнде. Күләмле театр-хореография сараһы быйыл Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үтте. Ойоштороусы булараҡ төбәк юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡот дәүләт педагогия университеты, профилле ведомстволар сығыш яһаны.
Өфөнөң үҙешмәкәр коллективтары күләмле сараны йыр-бейеүҙәре менән байытты. Шулай уҡ Колонна залында рус бал мәҙәниәте йолаларына арналған фотозоналар эшләне, викторина-конкурстар уҙғарылды. Байрам аҙағында ғәҙәттәгесә, иң яҡшы пар - балдың Короле һәм Королеваһы билдәләнде.
Гөлназ Хәйбуллина



