Сәләмәтлеге яҡшы булған 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Быйыл көҙ 120 мең кеше армия сафын тулыландырырға тейеш. Башҡортостандан көҙгө саҡырылышта 4 мең кеше армия сафына алына, шуларҙың 130-ы Баймаҡ һәм Йылайыр егеттәре. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов һөйләй.
Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә. Мотлаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.







