Йәмәғәт эшендә әүҙемдәр Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала. Республикала “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” ярышының төбәк этабы башланды. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә һәм телеграмм каналда танышырға мөмкин. Еңеүселәрҙе бүләкләү киләһе йылдың мартында ойошторола.







