Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр транспорт һалымынан азат ителә

Яңы закон өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарҙың ғаиләһенә лә ҡағыла. Ғаилә ағзалары тип ЗАГС буйынса законлы ҡатыны, өйләнмәгән осраҡта - ата-әсәһе һанала. Һалымдан азат итеү мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобиле кеүек транспорт сараларына ҡағыла. Двигатель ҡеүәте, транспорттың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ тип билдәләнде.

Закон проекты буйынса Донецк, Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ҡатнашҡандар 2022 йылға транспорт һалымынан азат ителә. Был өлөшләтә мобилизация ҡағылған ир-егеттәрҙең ғаиләләре йәки уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла.

Анастасия Азанова, Федераль һалым хеҙмәтенең башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге баш белгесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ