Ҡатнашыусылар киләһе йылға проекттар әҙерләү менән мәшғүл. Бөрө районы халҡы конкурсҡа 2 тиҫтәгә яҡын проект тәҡдим иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.
7-се урта мәктәптә баскетбол майҙансығын төҙөкләндереү урында йәшәүселәрҙең күптәнге хыялы. Ошо маҡсатта улар Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға хәл итә. Фекерҙе мәктәп коллективы ла, ата-әсәләр ҙә, битараф булмаған ауыл халҡы ла дәррәү күтәреп ала. Уртаҡ көс менән халыҡ майҙанға резина япма түшәп, кәртәләп ҡуймаҡсы.
Ә был майҙандан йылдың ниндәй миҙгелендә лә кеше өҙөлмәй. Йәйгеһен малай-ҡыҙҙар туп тибә, ә ҡышҡыһын ул һырғалаҡҡа әүерелә. Оҙаҡламай бында өҫтәмә уңайлыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Былтыр программа сиктәрендә сисенеү урынын булдырырға субсидия йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта кабиналар ҡуйылған, төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
Әлегә был малай-ҡыҙҙар буш бассейн эсендә. Дәүләт ярҙамы менән ул да эшләй башлар тип өмөтләнә кескәйҙәр. Бассейн әле тик «Йылмайыу» балалар баҡсаһында ғына бар. Бынан тыш, ул иң ҙуры һанала, 300-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Сметаға ярашлы, ремонтҡа 1 миллион ярым һумдан ашыу аҡса талап ителә. Башланғысҡа урындағы йүнселдәр ҙә ярҙам күрһәтергә әҙер.
Ә Бикмырҙа ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеу программаһы сиктәрендә урындағы балалар баҡсаһы бинаһында тәҙрәләрҙе алмаштырмаксы. Улар бында 30 йылдан ашыу тора. Иҫке тәҙрәләрҙән, әлбиттә, ел өрә. Төҙөкләндереү өсөн 1 миллион 600 меңгә яҡын аҡса талап ителә.
Бикмырҙа халҡы программала тәүгә ҡатнашмай. Быға тиклем күмәк көс менән ауыл юлдары төҙөкләндерелгән. Ғөмүмән, районда халыҡ башланғысы менән тормошҡа ашырылған проекттар аҙ түгел. Киләһе йылға ла пландар күләмле.
Программа сиктәрендә һәр башланғысҡа республика бюджетынан 1 миллион 200 мең һумға тиклем аҡса йүнәлтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың бер өлөшөн халыҡ ҡапларға бурыслы. Конкурс шарттарына ярашлы, йыйылыштар декабрь аҙағына тиклем тамамлана.
Рәзилә Ғиниәтуллина



