Махсус хәрби операция биләмәһендә Шайморатов батальоны яугирҙары бүләкләнде

Хәрби бәрелештәрҙә батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға Шайморатов ордены тапшырылды. Башҡортостандың дәүләт наградалары менән уларҙы республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бүләкләне. Тантанала махсус операцияға юлланған хөкүмәт премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән Луганск халыҡ республикаһына оҙайлы командировкаға ебәрелгән хөкүмәт аппараты етәксеһе, республика министры Азамат Абдрахманов ҡатнашты.

Украина нацистары менән ҡораллы бәрелеш тынып торған ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан вәкилдәре фашизм менән алышҡа баҫҡан Шайморатов батальоны яугирҙары менән аралашты. Уларҙы борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Батальонда кәйеф күтәренке, ҡуйылған хәрби бурыстар теүәл үтәлә. Шайморатов батальонына республиканан оҙатылған гуманитар ылау ҙа барып етте. Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тупланған ярҙам броня ҡуйылған «Урал» автомобиле, 6 «УАЗ-буханка» машинаһы, яугирҙарға алмаш хәрби һәм эске кейем, төрлө эш ҡоралдары, кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек һәм яҡташтарыбыҙҙың яҡындары ебәргән шәхси посылкаларҙан тора.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ