Башҡортостан телевидениеһы һәм кино сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

60-сы йәшендә Башҡортостан Республикаһының кинематографистар союзы ағзаһы, билдәле кинооператор, телевидение ветераны Юлай Барый улы Ноғомановтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Юлай Ноғоманов 1963 йылдың 16 июлендә Өфөлә тыуған. 1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Башҡортостан телевидениеһына 80-се йылдар башында эшкә килә. Бында ул ябай механиктан тәжрибәле кино һәм телеоператор дәрәжәһенә тиклем үҫә. 2000-се йылдар башынан Юлай Ноғоманов Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм бында ла яратҡан эше менән шөғөлләнә. Телевидение студияһы ойоштороп, күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухи-мәҙәни тормошон сағылдырыуға күп өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа Юлай Ноғоманов Башҡортостан юлдаш телеканалында студия операторы булып эшләне. Башҡортостан телевидениеһы архивында оператор Юлай Ноғоманов төшөргән документаль фильмдар, тапшырыуҙар һәм видеояҙмалар бихисап.

Хеҙмәттәштәре уны ысын һөнәр оҫтаһы, үҙ эшенә мөкиббән киткән белгес тип иҫкә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ