Йыл һайын бының өсөн 600 миллион һум тотонола тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Аҡсаның ҙур өлөшө "Агростартап", "Агротуризм", "Ғаилә фермаһы" программалары буйынса бүленә. Артабан үҫешергә планлаштырған фермерҙар һәм предприятиелар ярҙам ала, - тине ул.




