«Шайморатовсылар» менән «Доставаловсылар»ға өсөнсө гуманитар конвой барып етте

Был турала үҙ сәхифәләрендә Радий Хәбиров яҙҙы. Сираттағы ылау менән яҡташтарыбыҙ миҙгелгә яраҡлы йылы кейемдәр, коптерҙар, калиматор прицелдары, төнгө күреү приборҙары менән тәьмин ителде. Шулай уҡ уларға алғы һыҙатта һөҙөмтәле ҡаҙыу эштәре алып барыу һәм йөрөү өсөн экскаватор менән УАЗ «Буханка», «Фермер» автомобилдәре тапшырылды. Был техникалар менән республика ойошмалары һәм предприятиелары ярҙам иткән.

«Шайморатовсылар»ға бронялы «Урал» да бирелде, уны яугирҙар өсөн «Башнефтегеофизика» йәмғиәте махсус әҙерләгән. Йөк составында егеттәрҙең өйҙәренән йылы сәләмдәр ҙә бар. Солоҡ балы, ҡаҡ, ҡорот, гармун һәм ҡурай, сөнки яҡташтарыбыҙ араһында таланттар байтаҡ. Әлбиттә, күптәр өсөн иң көтөп алынған ваҡиға - туғандары һәм яҡындары яҙған хаттар. Иреклеләргә һәм мобилизацияға йәлеп ителеүселәргә ярҙам күрһәтеүсе предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Хәҙер бындай ярҙам алғы һыҙыҡта торғандарға бик мөһим, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ