Бөгөн республика журналистары бындағы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге, яңы төҙөлөш майҙандары менән танышты. Әйткәндәй, төбәктең иң эре индустриаль паркы «Алға» махсус иҡтисади зонаһына индерелеүе ихтимал. Был турала Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығына заявка әҙерләнә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Ағас юнысҡыларынан эшләнгән плиталар билдәләнгән үлсәмдәр буйынса бысыла. Бында бар эш процессы автоматлаштырылған. Юғары класслы станоктарҙа бәләкәй генә деталдәр ҙә яһала. «Өфө» индустриаль паркы резиденты - корпуслы мебель етештерелгән компания тауар сифатын яҡшыртыу, ассортиментты байытыу өҫтөндә һөҙөмтәле эшләй.
Яңырак компания ҡалдыҡһыз етештереүгә күскән. Хәҙер Артыҡ материалдар утын итеп ҡулланыла, ошо маҡсатта махсус мейес һатып алынған, ул ике бинаны йылытыу ҡеүәтенә эйә.
«Өфө» индустриаль паркының дөйөм майҙаны яҡынса өс йөҙ гектар. Бөгөн тик биш гектар ғына буш һанала. Ҡалған биләмәлә сәнәғәт предприятиелары уңышлы эш башлаған, йә яңы компаниялар өсөн корпустар төҙөлөшөнө нигеҙ һалына. Ер эштәре башҡарылған был майҙанда 2025 йыл гофро ҡатырғанан тара етештереү комплексы сафҡа индереләсәк. Бында айына дүрт миллион квадрат метр продукция сығарыу планлаштырылған, 130 яңы эш урыны булдырыла. Төҙөлөштөң беренсе этабына ғына өс йөҙ миллион һум йүнәлтелә. Резиденттар өсөн преференция ла ҡаралған, улар ун йылға милеккә һалымдан азат ителә. Индустриаль парк биләмәһен «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһенә индерелеүе лә ихтимал.
Индустриаль паркта ун биш резидент эшләй, алты йөҙгә яҡын эш урыны булдырылған. Тәүгеләрҙән булып асылған «Арт-агро» компанияһы ла сауҙа географияһын киңәйтеү йүнәлешендә уңышлы эшләй. Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн тәғәйенләнгән бойҙай таҙартыу ҡорамалдары Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ихтыяж менән файҙалана. Резиденттар билдәләүенсә, уңайлы транспорт логистикаһына ла үҫешкә төп нигеҙ булып тора.
Гөлназ Хәйбуллина



