Радий Хәбиров Александр Михайлик менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Ул Өфөгә финанс-иҡтисади органдарҙың икенсе Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумының округ этабында ҡатнашырға килгән.

Осрашыуҙа яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика федераль ҡаҙнасылыҡ менән күп кенә проекттар сиктәрендә эшләй, дәүләттән бүленгән бюджет сығымдарын һаҡсыл тотона. Был йәһәттән һеҙҙең кәңәштәрегеҙ мөһим, - тине Башҡортостан башлығы. Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары төбәктең финанстар менән идара итеү йәһәтенән эш һөҙөмтәһен юғары баһаланы.

Александр Михайлик шулай уҡ республика етәкселегенә 2023 йылдың майында үтәсәк Бөтә Рәсәй форумының йомғаҡлау этабының экспозиция майҙансығында Башҡортостан менән таныштырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хуплап, «Беҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм форум эшендә әүҙем ҡатнашырға әҙер», - тип билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ