Бөгөн Өфөлә «Беҙҙең бренд» тип аталған махсуслаштырылған күргәҙмә үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу эре ойошма, фермер хужалыҡтары, сауҙа селтәрҙәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең алдынғы етештереүселәре тәжрибә уртаҡлашып, тармаҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Етештереүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова аралашты.
Бала саҡтағы аквариум балыҡтары менән ҡыҙыҡһыныу Динар Билалов өсөн килем сығанағына әйләнгән. Әлшәй егете йәйен һәм тилапия балыҡтарын үрсетә. Тоҙланған, ыҫланған продукцияны бер нисә һатыу нөктәһендә, башлыса интернет селтәре аша һата. Үҙ эшеңде башлау өсөн матди сығымдарҙан бигерәк ҙур теләк булыуы мөһим тигән фекерҙә эшҡыуар.
Һөттө Ергәндән, ондо Дәүләкәндән, емеш-еләкте яҡын-тирәлә йәшәүсе халыҡтан. Стәрлетамаҡ йүнселдәре икмәкхана өсөн сеймалды урындағы хужалыҡтарҙан ала. Етештерелгән аҙыҡ сифаты менән һатып алыусылар ҡәнәғәт, әммә етештереү ҡеүәтен арттырыу юлында хәл итәһе мәсьәләләр әле байтаҡ.
Күргәҙмәлә Башҡортостандың район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, фермер хужалыҡтары, һатыу селтәрҙәре үҙ продукцияһы менән таныштырҙы. Һатып алыусыларҙың аҙыҡты тәмләп ҡарарға ғына түгел, етештереүсегә һорауҙар бирергә лә мөмкинлек булды. Сара сиктәрендә Башҡортостандың ауыл хужалығы кооперативтарының 3-сө съезы үтте. Әйтергә кәрәк, республика кооперативтары килеме 2 миллиард һумға еткән
Күргәҙмә өс көн дауам итә. Сара сиктәрендә Ырымбур өлкәһе ҡулланыусылар йәмғиәте союзы менән республика ҡулланыусылар йәмғиәте союзы хеҙмәттәшлек тураһына килешеү төҙөлдө.
Лилиә Мәҡсүтова



