Сысҡан биҙгәген йоҡтороп, дауаханаға эләккән балалар уртаса ауыр хәлдә

Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Был турала төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Йоғошло ауырыуҙар госпиталенә ун туғыҙ уҡыусы эләккән. Улар барыһы ла Туймазы районы Серафимовка һәм Түбәнге Троицкое ауылдары белем усаҡтарынан.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк йоҡтороу осраҡтары йыш күҙәтелә, айырыуса ул Өфө, Благовещен һәм Туймазы райондарында теркәлә. Ғәҙәттәгесә, инфекцияның таралыу осрағы көҙгө һәм ҡышҡы осорға тура килә. Был сысҡандарҙың популяцияһы артыуына бәйле.

Быйыл ноябрҙә Туймазы районы Серафимовка ауылында ғына 55 кешегә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк диагнозы ҡуйылған. Уларҙың 27-һе балалар. Тотош ғаиләләре менән ауырыусылар ҙа теркәлгән. Әле урында эпидемияға ҡаршы профилактик саралар уҙғарыла.

Венера Саттарова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ