Ошо уңайҙан заманында ата-әсәһе нигеҙ һалған Салауат башҡорт дәүләт драма театрында юбилей кисәһе үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
100-ҙән ашыу образ. Һәр роль үҙе бер яҙмыш. Тимәк, актриса шунсама тапҡыр донъяға ҡабаттан тыуған, йәшәгән. Шуға ла Гөлшат Зыязетдинова яҡындан белгәндәр уны йомарт, мибырбанлы һәм оло йөрәкле кеше булараҡ хөрмәт итә.
Тотош ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған Башҡортостандың халыҡ артисы бөгөн юбилей кисәһен тамашасы залынан күҙәтте. Ижадташ, хәҙер инде туғандаш дуҫтарының әйтелгән йылы һүҙҙәрен күҙ йәштәре аша тыңланды. Сөнки, һәр иҫтәлек Гөлшат Зыязетдинованың тормошон, булмышын сағылдырҙы.
Гөлшат Зыязетдинова бар ғүмерен Салауат башҡорт драма театрына бәйләгән замандаштарыбыҙҙың береһе. Халыҡ артисы ошо уҡ башҡорт театр сәнғәте корифейҙары Зәкиә менән Ибраһим Әхмәровтарҙың ҡыҙы. Атаһы Салауат драма театрының элекке директоры, уның асыуыһы ла булып тора. 1936 йылдан алып Дәүләкән колхоз-совхоз театры менән, һуңынан Ауырғазы колхоз-совхоз театры менән етәкселек итә. 1956 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән был театр Салауат ҡалаһына күсерелә һәм хәҙерге исемен ала.
Гөлшат Зыязетдинова бөгөн дә илһамланып ижад итә. Күптән түгел тамашасы хөкөмөнә сығарылған «Әбейҙәр сыуағы» фильмында иҫкә төшөрөү ҙә етә. Режиссер Рауил Хәкимов тарафынан ижад ителгән картинала ул төп ролдәрҙең береһен уйнаны. Шулай уҡ үҙе кеүек эскерһеҙ, яҡты күңелле тормошсан героиня.
Азат Ғәлиуллин



