«Сәләм» ҡанаты аҫтында эшләгән телестудияларға Рәхмәт хаттары

Башҡортостандың муниципаль телерадиокомпанияларын берләштергән «Сәләм» телеканалы ойошторолоуға - 3 йыл. Ошо уңайҙан киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә Башҡортостан хөкүмәте, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союзының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталдары тапшырылды.

Муниципаль телевидениены һаҡлап ҡалыу маҡсатында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған телеканал бөгөн мәғлүмәт даръяһында ышаныслы аҙымдар менән бара. Муниципаль телевидение халыҡҡа иң яҡын мәғлүмәт сараһы ла булып тора. Социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, уларға ышаныс күрһәткесе лә йылдан-йыл арта.

Белгестәр фекеренсә, был тәү сиратта муниципаль хәбәрселәрҙең урындағы яңылыҡтарҙы яҡтыртыуы, геройҙар араһында уларҙың яҡындары, күршеләре, урамдаш, ауылдаш һәм райондаштары булыуына бәйле. Быға тиклем республиканың төрлө төбәктәрендә эшләгән урындағы телестудияларҙы «Сәләм» телеканалы ҡанаты аҫтында туплау, үҫеш өсөн этәргес бирҙе тигән фекерҙә хеҙмәткәрҙәр.

Сәләм телеканалы ҡанаты аҫтында бөгөн 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр ижад итә. Улар оператив рәүештә халыҡҡа көндәлек яңылыҡтарҙы еткерә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ