Бөрөлә һыу тәьминәте системаһы яңыртыла

«Таҙа һыу» федераль программаһы сиктәрендә Ҡала хакимиәте 2020 йылда конкурс һөҙөмтәләре буйынса 804 миллион һум аҡса йәлеп итеүгә ирешкән. Әлеге ваҡытта 50 саҡрымлыҡ торбаларҙың 31-е һалынған, 12 скважина бырауланған, дөйөм алғанда, 4 кубометрлыҡ ике таҙа һыу резервуары төҙөлгән. Эшселәр элекке торбаларҙың ныҡ таушалыуын билдәләй.

Яңы система тәүлегенә 12 тонна кубометр һыу сығарып, 50 мең кешелек ҡаланы сифатлы һыу менән тәьмин итәсәк. Быға тиклем һыуҙа тимер миҡдары норманан юғары булһа, яңы һыу таҙартыу станцияһы төҙөлөү менән, проблема хәл ителәсәк. Февралдә башланған эш графикка ярашлы бара. Объект киләһе йыл ноябргә файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ