Быйыл Башҡортостандан йәш эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереүгә 63 миллион һум күләмендә грант йәлеп иткән

Финанс ярҙамды 133 кеше алған. Республика хупланған зявкалар күләме буйынса ил кимәлендә алдынғылар рәтендә. Еңеүселәр исемлегендә Өфөнән ун биш йәшлек Фәриҙә Ғәйфуллина ла бар. Ҡыҙ дәүләт ярҙамы менән «Локация» тип исемләнгән үҫмерҙәр ял үҙәгенә ҡуртымға бина алып, унда ремонт эштәре башҡарған, мебель, интерактив ҡорамалдар һатып алған.

2021 йылдан уңышлы эшләп килгән ойошма уҡыусылар һәм студенттарҙы берләштереп, уларға төрлө мәғариф саралары уҙғарыу йүнәлешендә уңышлы эшләй. Тайм-кафе форматындағы бинаға күсеү - дебаттар, эшлекле уйындар, лекция, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу мөмкинлектәрен киңәйткән.

Фәриҙә Ғәйфуллина волонтерлыҡ, социаль проекттар менән күптән шөғөлләнә. Был йүнәлештәргә тиҫтерҙәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Берҙәм команда республика өсөн социаль әһәмиәтле эш алып барыу яҡлы. Әйткәндәй, тайм-кафела тариф та билдәләнгән, сәғәтенә 90 һум түләргә кәрәк.

Кешеләр килеп, өҫтәл уйындарын уйнай ала, китап уҡырға мөмкин. Бынан тыш, аҙнаһына бер беҙ спикерҙар саҡырып, интерактив программа уҙғарабыҙ. Йәштәр мәғариф, профориентация йүнәлешендәге эште ҡыҙыҡһынып ҡабул итә.

Фәриҙә Ғәйфуллина, эшҡыуар
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ