Баш ҡаланың иң яҡшы автосервисы конкурсы сиктәрендә иң яҡшы һөнәр эйәләре асыҡланды

Баш ҡаланың иң яҡшы автосервисы конкурсы сиктәрендә сираттағы иң яҡшы һөнәр эйәләре асыҡланды.

Миҙгел алмашынған осорҙа транспорт саралары йыш ҡына бәләкәй аварияларға осрай. Тәүге ҡар йәки юлдағы боҙлауыҡтың тәүге көнөн халыҡ шаяртып «ҡалайсы байрамы» тип тә йөрөтә. Йәмшәйгән кузов өлөштәре тиҙ арала ремонт талап итә. Һуңғы йылдарҙа уларҙы буяу ҡулланмай йүнәтеү алымы тарала бара. Өфөлә уҙған конкурсҡа ла тап шундай ҡалайсылар йыйылды.

Ҡатнашыусылар географияһы киң. Санкт-Петербург, Ҡазан, Омск, Томск, Ҡазан, Магнитогорск, Пермь, кеүек илдең төрлө эре мегаполистарынан килгән оҫталар Өфөлә көс һынашты. Ярыш шарттары буйынса, улар автомобиль кузовының йәмшәйгән урынын буяу-лак ҡатламына зарар килтермәйенсә төҙәтергә тейеш. Ҡалайсыларға барлығы 20 минут ваҡыт бирелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ