«Башҡортостандың медицина династиялары» тармаҡ бәйгеһенә бөгөн йомғаҡ яһалды

Конкурс Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Профсоюздар ойошмаһы менән берлектә ойошторолған.

Бәйгелә республиканың 31 ғаиләһе ҡатнашырға теләк белдергән. «Бай тарихлы династия» номинацияһында Сибай ҡалаһынан Сирусиндар еңеү яуланы. Уларҙың нәҫелендә 21 медицина хеҙмәткәре, Сирусиндарҙың дөйөм медицина стажы 552 йылды тәшкил итә. Ғаиләнең медицина тарихы 19-сы быуатҡа барып тоташа

Бәйгелә ҡатнашҡан ғаиләләр «Быуындар күсәгилешлеге», «Профсоюз династиялары» «Атҡаҙанған динстиялар» номинациялары буйынса билдәләнде. Сараның төп маҡсаты династияларҙың бай тарихын күрһәтеү, киләсәк быуынға табиптарға ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Был сара династиялар бәйгеһе генә түгел, ә медицина хеҙмәткәрҙәре эшенең әһәмитәен билдәләү, уларҙың ҡаҙаныштарын таныу. Кеше тыуғанда ла уны табип ҡулдары ҡабул итә,ғүмере буйы, олоғайғас та ул табиптарға мөрәжғәт итә. Шуға күрә аҡ халатлылар эшенә тейешле иғтибар биреү мөһим.

Елена Ғәлимуллина, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ