Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Был минең һөнәрем» проекты бер юлы ике федераль конкурс еңеүсеһе тип танылды. Бүләкләү тантанаһы илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үтте.
«Минең ерем - Рәсәй» мәғлүмәт проекттары конкурсында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ әҙерләгән программа «Үҫеш үҙәктәре» номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Ә «Про Образование» конкурсында һөнәри белем биреүҙе модернизациялау тураһындағы иң яҡшы материал булараҡ һайлап алынды.
Беҙҙең канал проекты илдә иғлан ителгән һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арнала. Шуға күрә программаның геройҙары ла ябай хеҙмәткәрҙәр, үҙ һөнәренең оҫталары, эшсе һөнәр вәкилдәре



