Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә «Зөһрә ханым оҫтаханаһы» ойошторолдо. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән милли кейем тегеү, биҙәүестәр яһау һәм ҡул эштәренә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына йыйылды. Милли рухты, халыҡ кәсептәрен үҫтереүсе сара хаҡында киләһе яҙмала.
Ултырмаға килеүселәрҙе Гөлгөнә Ырыҫҡолова моңло йырҙары менән илһамландыра. Был күркәм йорттоң хужабикәһе -Зөһрә ханым. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош иптәше ҡул эштәренә ифрат оҫта булған. Йорт та уның зауығы, бөтмөрлөгө менән нурланған.
Ике тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ йорт-музейҙың ыҡсым ҡунаҡ бүлмәһенә йыйылған. Уларҙың һәр береһе боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары белгән, быуындан-быуынға күсерә килгән ҡул эштәренә өйрәнергә килгән. «Хан ҡыҙы» башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәрен эшләүсе төркөмдә ҡатнашыусылар Гөлсөм Хөсәйенованан оҫталыҡ дәрестәре ала.
Хәситәләргә мәрйен һәм тәңкә теҙеүҙең тәртибен өйрәнгәндән һуң, тилбер ҡулдар эшкә тотона. Заман ҡатын-ҡыҙҙары стилләштерелгән сәхнә кейемдәренә боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеп йөрөгәндәренә өҫтөнлөк бирә.
Гөлсөм Хөсәйенова нағыштарҙа, милли биҙәктәрҙә тәбиғи таштарҙы, көмөш тәңкәләрҙе, аҡыҡ таштарын ҡуллана. Оҫта мәҙәни ҡомартҡыларҙы музей өлгөләренән ҡарап биҙәй. Был һаҡалды етештереүгә өс йылдан ашыу ваҡыт сарыф иткән.
Оҫтабикәләр сараға яҙыусы, шағирә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупованы ла саҡырған. Әҙибә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын ижады менән таныштырҙы, бала сағында үҙе лә ҡатнашҡан кис ултырыу мәлдәре хаҡындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кәсептәре, ҡул эштәренең бөгөнгө көнгә килеп етеүенә ихлас ҡыуанысын белдерҙе.
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар хәситә, алма иҙеү, селтәр эшләү нескәлектәренә өйрәнде. Улар был шөғөлдәрен һәр береһе үҙ төбәктәренә ҡайтып ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә лә өйрәтәсәк.
Халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафуриҙың ҡатыны Зөһрә Камалетдин ҡыҙы ҡул эштәренә бик оҫта булған. Был рухи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға ул күҙ нурҙарын, күңел йылыһын һалған. Сигеү, нағыш, ырғаҡ менән бәйләү, ришелье ысулы менән эшләнгән селтәрҙәр музей экспозицияһын биҙәүҙә ҡулланыла.
Гүзәл Борханова



