Закон ойошмаларҙың табышына түбән һалым ставкаһын билдәләй. “2023 йыл өсөн һалым иҫәпләгәндә, 12 ярым процентлы льготалы ставканы Башҡортостан хөкүмәте менән инвестиция килешеүе төҙөгән ойошмалар ҡуллана ала”, - тип белдерҙе республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. Законды тормошҡа ашырыу Башҡортостан ҡаҙнаһына 150 миллион һумға төшә. Һалым өҫтөнлөктәренән алынған иҡтисади һөҙөмтә был сумманан ашып китә.




