Башҡортостанда ҙур ферма, вагон заводы һәм гипс етештереү ойошмаһы төҙөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында сәнәғәт һәм ауыл хужалығында яңы проекттар ҡаралды. Краснокама районында 3 мең 800 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһын төҙөү ҡарала. Бының өсөн 2,7 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Ҡаҙағстандан эшҡыуар вагон һәм тимер юл тармағы өсөн башҡа ҡорамалдар сығарырға ниәтләй. Проект 2,4 миллиард һумға баһалана. Өфө гипс компанияһы вәкилдәре етештереүҙе арттырырға ниәтләй. Заводты үҙгәртеп ҡороу өсөн 450 миллион һум йәлеп ителә. Радий Хәбиров инвесторҙарға һәр яҡлап ярҙам итергә ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда ҙур ферма, вагон заводы һәм гипс етештереү ойошмаһы төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ