Форумда ауыл хужалығы тауарын етештереү, эшкәртеү һәм халыҡҡа еткереү мәсьәләләре күтәрелде. Унда хужалыҡтар ғына түгел, сауҙа үҙәктәре, ресторандар вәкилдәре сығыш яһаны. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүгә ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк.
Күргәҙмәлә райондарҙан ауыл хужалығы кооперативтары һәм фермерҙар ризыҡтарын тәҡдим итә. “Әбйәлил” ауыл хужалығы кооперативынан Гөлнара Вәлиева һөйләй.




