Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына берәҙәк эттәргә бәйле өс закон проектын тапшырҙы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе ҡанун проекты ҡырағайға әйләнгән берәҙәк эттәр һанын көйләүгә ҡайтып ҡала. Улар менән көрәш өсөн биотехник саралар күреү тәҡдим ителә. Икенсе документ йорт хайуандарын стерилләштереүҙе күҙ уңында тота. Был аҙым да берәҙәк эт һәм бәсәйҙәр мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Өсөнсө закон проекты бөтә йорт хайуандарын мотлаҡ тамғалауға бәйле ебәрелгән.

Фото №1 - Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына берәҙәк эттәргә бәйле өс закон проектын тапшырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ