Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл программаға 570 миллион һум тотонолған. Социаль контракт менән мохтаждар файҙалана ала. Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Өфө районы буйынса филиалы директоры Миләүшә Йәмилова әйтеүенсә, ярҙам 4 йүнәлеш буйынса күрһәтелә.
Йыл башынан 5 меңдән ашыу кеше социаль контракт менән файҙаланған. 900 ғаилә шәхси хужалыҡ асҡан, 2 меңгә яҡын кеше эш эҙләгән ваҡытта аҡсалата ярҙам алған.




