Радий Хәбиров Мәскәүҙә ойошторолған тантаналы сарала ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Ростех» дәүләт корпорацияһының 15 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналы сарала ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы хәҙерге геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында предприятиелар эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Ил иҡтисадының ошондай ҡеүәтле индустриаль флагманын булдырыу, финанс, идара ресурстарын туплау тураһындағы ҡарар үҙен тулыһынса аҡланы, тине Владимир Путин.

Башҡортостан башлығы ла республиканың «Ростех» менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне. Был төбәк сәнәғәтенең тотороҡло үҫешен тәьмин итә. «Ростех» - бик мөһим, беҙгә яҡын корпорация. Бөгөн уның ҙур ғаиләһенә 13 республика предприятиеһы инә, уларҙың продукцияһы менән беҙ ғорурланабыҙ. Улар - авиадвигателдәр, вертолеттар, радиоэлектроника, автобустар һәм башҡа автомобиль техникаһы, станоктар, меңдәрсә төрлө деталдәр һәм приборҙар. Быларҙың барыһын да ҙур армия - 45 мең иң яҡшы белгес булдыра. «Ростех» - беҙҙең мөһим партнерыбыҙ. Бөтә дәүләт корпорацияһы командаһына ошондай ныҡлы дуҫлыҡ, ышаныс, пландарыбыҙҙы, башланғыстарыбыҙҙы хуплағанығыҙ өсөн рәхмәтлемен, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ