Ҡала баҙарында һуғым ите һатыла

Баш ҡала халҡын тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында көҙгө йәрминкәләр гөрләй. Был аҙнанан сауҙа рәттәре ит һатыусыларға бүленгән. Ауыл халҡы йәй буйы көс түгеп үҫтергән малын һатып табыш ала. Ит йәрминкәләрен БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.

Сапҡан һайын ҡалъя булмаһа ла, сауҙаға һатыуға сығарылған иттең сифаты шикләнерлек түгел. Мал йәй буйы һутлы үлән ашап, таҙа һыу эскән. Хужалары көҙгә табан уны һимертеп, әле итен сауҙаға сығарған. Өфөлә көҙгө муллыҡ йәрминкәләрен, ит сауҙаһы алмаштырҙы.

Ауыл ерендә әле ҡаҙ өмәләре тамамланып, һуғым осоро башланып тора. Оҙайлы ҡышҡа инер алдынан халыҡ, эре малын тәрбиәләп эш итә. Артыҡ итен сауҙаға сығара. Әммә йәрминкәлә фермер хужалыҡтары һәм кооперативтарға ла урын табылған. Шундайҙарҙың береһе Ғафури районы Юлыҡ ауылынан Фәнил хәҙрәт Басиров. Йәрминкәгә ул тана һәм йылҡы итен килтергән.

Иттең сифатын ветеринария хеҙмәте күҙәтеүгә алған. Йәрминкә майҙанында һатылған продукцияны хеҙмәткәрҙәр ентекләп тикшереп тора.

Тәҡдим ителгән тауар төрлөлөгө лә бай. Тана, йылҡы, сусҡа итенән тыш, ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡ түшкәләрен дә алырға мөмкин. Эшсе хәбәрселәр урамындағы йәрминкә майҙанында һыйыр итенең килограммы 480 - 600 һум самаһы булһа, сусҡа ите килоһы 260-350 һумдан һатылды.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ